+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 12:24

Рапс майы Ҡытайға юл алды

Кисә “Черниковка” тимер юлы станцияһынан рапс майы тейәлгән ҙур экспорт партияһы Ҡытайға юл алды. Составта – һәр береһендә 21,5 тонна рапс майы булған 82 контейнер. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Кисә “Черниковка” тимер юлы станцияһынан рапс майы тейәлгән ҙур экспорт партияһы Ҡытайға юл алды. Составта – һәр береһендә 21,5 тонна рапс майы булған 82 контейнер.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Май Шишмә май һығыу заводында етештерелгән. Рапс майы Ҡытайҙа ҙур һорау менән файҙаланыла.
Рапс майы флекситанктарға етештереүсе заводта уҡ тултырыла һәм ҡулланыусыға шул килеш тапшырыла. Был ризыҡтың юғары сифатын һаҡларға булышлыҡ итә, тип белдерә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Шишмә май һығыу заводы мәғлүмәттәре буйынса 2021 йылдың ғинуар – июнь айҙарында экспорт күләме 772 миллион һум, йәғни 17 миллион тонна тәшкил иткән. Шул иҫәптән Ҡытайға экспорт 389 миллион һум, йәғни 4438,3 тонна тәшкил иткән.
Быйыл “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты буйынса 167 миллион долларлыҡ күрһәткескә өлгәшеү планлаштырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, 2024 йылға был һан 223,9 миллион долларға етергә тейеш.
Фото – БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: