+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 11:55

“Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы юҡ”

“Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы – тауҙары, далалары, йылғалары һәм урмандары – юҡ. Әммә урмандарҙы ҡарарға кәрәк, һәм беҙ был эште башҡарабыҙ”, – тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы – тауҙары, далалары, йылғалары һәм урмандары – юҡ. Әммә урмандарҙы ҡарарға кәрәк, һәм беҙ был эште башҡарабыҙ”, – тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Беҙ план буйынса урман ултыртыу техникаһын алабыҙ. Ошо көндәрҙә яңы махсуслаштырылған машиналар Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтарына китте. 2021 йылда барыһы 70 трактор, культиватор, һабан, һөрөү дискы – беҙҙең таулы ер өсөн бик кәрәкле барыһын да алдыҡ. Бының өсөн нигеҙҙә федераль ҡаҙнанан аҡса килеүен билдәләп үткем килә – 54,5 миллион һум.
Башҡортостан урманды тергеҙеү майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй буйынса етенсе урында килә. Үткән йылда беҙ 15,3 мең гектар майҙанда 109,4 процент урманды тергеҙҙек. Һуңғы ун йылда – был иң ҙур күрһәткес. Урман ултыртҡанда беҙ 98 процент ҡиммәтле ылыҫлы ағас ултыртырға тырышабыҙ”, – тип дауам итә ул.
Фото Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: