1 июлдән Краснодар крайы ҡунаҡханалары ковидҡа ПЦР-тестары йәки прививкаһы булмаған туристарҙы ҡабул итмәйәсәк. Ә 1 августан талап тағы ҡәтғиләнә – ҡунаҡханаларға вакцинация тураһында сертификаттары булған кешеләр генә урынлаша аласаҡ. Край губернаторы Вениамин Кондратьев шундай ҡарар ҡабул иткән.
“1 августан отелдәрҙә тик вакцинация үткән ҡунаҡтар туҡтала аласаҡ. Прививка яһатырға ярамаған кешеләр иҫкәрмә булып тора”, – тип белдерҙе губернатор. Был осраҡта уларҙың ҡулында медицина кисектереүе тураһында документ һәм юлға сығырға күп тигәндә 72 сәғәт ҡала эшләнгән ПЦР анализдың кире һөҙөмтәһе булырға тейеш.
Фото "Башинформ"дан алынды.