+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 13:45

Ковидҡа ҡаршы вакцина хәләлме?

Был турала Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөхтәсибтәренең Күмертауҙа үткән семинар-кәңәшмәһендә һөйләнеләр.

Был турала Башҡортостан мосолмандары диниә назараты имам-мөхтәсибтәренең Күмертауҙа үткән семинар-кәңәшмәһендә һөйләнеләр.
Форумға ҡунаҡ булып килгән Мәскәү мөфтөйө Илдар Әләүетдинов теманың мөһимлеген билдәләне – мосолман йәмәғәтселеген коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһы хәләлме-түгелме тигән һорау бик борсой. Сөнки уны әҙерләгәндә ислам күҙлегенән ярамаған ҡатнашмалар ҡулланыла, тигән имеш-мимештәрҙе лә ишетергә тура килә.
“Беҙ вакцинаны етештереүселәр менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, уларға һорауҙарҙы ебәрҙек. Һөҙөмтәлә бер имеш-мимеш тә раҫламаны. Мәсьәләне ентекләп өйрәнгәндән һуң март айында “Спутник V” вакцинаһының хәләллеге тураһында рәсми рәүештә халыҡҡа еткерелде, – тине Илдар хәҙрәт. – Күптәр вакцина составында спирт бар, тип хәүефләнә ине. Ләкин, асыҡланыуынса, ул инъекция ваҡытында тире аша һеңгән спирттан да әҙерәк булып сыҡты", – тип өҫтәне дин әһеле.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: