+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 09:30

Депутаттан үҙ Атайсалына ярҙам

Башҡортостанда матур бер йола башланғыс алды. Ул – үҙ Атайсалыңа, тыуып үҫкән ереңә ярҙам ойоштороу. Проект Радий Хәбиров инициативаһы менән март айында эшләй башланы.

Башҡортостанда матур бер йола башланғыс алды. Ул – үҙ Атайсалыңа, тыуып үҫкән ереңә ярҙам ойоштороу. Проект Радий Хәбиров инициативаһы менән март айында эшләй башланы.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнашлығында Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Фәйез шишмәһен төҙөкләндереүгә бәйле матур сара үтте. Эльвира Айытҡолова был эштең башында торҙо һәм яҡташтары ярҙамы менән шишмәне тергеҙеүгә күп көс һалды
Фәйез шишмәһенең мең йыллыҡ тарихы ла бар икән. Х быуаттар тирәһендә бында Фәйзулла ишан йәшәгән, урындағы халыҡ уны изге тип иҫәпләгән. Вафатынан һуң ишанды яҡындағы тауҙа ерләгәндәр, шуға ла шишмәне уның исеме менән йөрөтә башлағандар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: