+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 11:22

Белемдәрен камиллаштыралар

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Процестар фабрикаһы”нда 450-нән ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “Процестар фабрикаһы”нда 450-нән ашыу хеҙмәткәр белемен камиллаштырған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов шулай тип белдерә.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты эшләй башлағандан алып 30 “Процестар фабрикаһы” үткәрелде. 31 предприятие белгестәре белемен камиллаштырҙы, – ти ул.
“Процестар фабрикаһы” БР Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә эшләй.
Уҡыуҙа йылына 400 миллион һум килем алған ойошмалар ҡатнаша ала. Проектта ҡатнашыу өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: