+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 15:45

Атаһын үлтереүҙә ғәйепләнә

Һикһән йәшлек атаһын үлтергән һәм мәйетте урманға алып барып күмгән.

Һикһән йәшлек атаһын үлтергән һәм мәйетте урманға алып барып күмгән.
Балтас районында 45 йәшлек ир атаһының юғалыуы тураһында полицияға хәбәр итә. Уның әйтеүе буйынса, атаһы 30 майҙа велосипедта сығып киткән һәм ҡайтмаған, телефоны ла яуап бирмәй икән.
Полицияның оператив хеҙмәткәрҙәре ата менән улдың йыш талашыуҙарын, янъял сығарыуҙарын асыҡлай. Атай кеше элек хөкөмгә тарттырылған улының тормошо менән ҡәнәғәт булмай.
Ир менән никахһыҙ йәшәгән ҡатын тикшереү барышында ветеранды уның улы үлтереүе һәм мәйеттең урманға алып барып күмелеүе тураһында шиге булыуын белдерә. Артабанғы ваҡиғалар бының раҫҡа сығыуын күрһәтә.
30 майҙа ишек алдында ата менән ул араһында сираттағы янъял ҡуба. Ир, атаһының үңәсен быуып, ергә ҡолата һәм кирбес менән бер нисә тапҡыр башына һуға. Был ваҡытта ҡатын өйҙә була һәм низағты күрмәй.
Ир мәйетте тоҡҡа һала һәм машинаһына тейәй. Шунан ҡатынға, ҡырға ҡый ташларға кәрәк, тип атаһының үле кәүҙәһен урманға сығарып күмә.
Енәйәттә шикләнгән ир ҡулға алынған. Әле ул көндә булған хәл-ваҡиғалар буйынса ентекле тикшереү бара.
Читайте нас: