-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 08:20

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 29 июндән ябыҡ бинала эшләүсе йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына граждандар вакцинация үтеү тураһында белешмә (сертификат), прививка эшләтергә ярамау йәки COVID-2019-ға ПЦР алымы менән лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә булғанда ғына инә ала. Был талап 50 һәм унан күберәк урынлы ресторандарға, кафеларға һәм ашханаларға ҡағыла.
Бынан тыш, 29 июндән дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре юғарыла атап үтелгән документтарҙың береһе булған кешеләрҙе генә шәхси ҡабул итәсәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в