-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 16:22

Руль артында – ҡатын-ҡыҙ

Ишембай районында иң оҫта автоледиҙы билдәләнеләр. Гран-приҙы иң йәш ҡатнашыусы Диана Таһирова алды. 18 йәшлек ҡыҙҙың машина йөрөтөү стажы – һигеҙ ай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ишембай районында иң оҫта автоледиҙы билдәләнеләр.
Гран-приҙы иң йәш ҡатнашыусы Диана Таһирова алды. 18 йәшлек ҡыҙҙың машина йөрөтөү стажы – һигеҙ ай.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Бәйгелә тимер атты йүгәнләгән ете гүзәл зат ҡатнашты. Улар үҙҙәре генә гөл кеүек кейенеп ҡалмаған, машиналарын да бик матур биҙәгән. Башҡорт бал ҡорто, күркәм танк, медицина автомобиле, сәскә түтәле, башҡорт гүзәле – ижади хыялдың сиге юҡ.
Ҡатнашыусылар үҙҙәре хаҡында һөйләне, тәүге автомобилен иҫкә төшөрҙө, руль артына ултырыуға килтергән сәбәптәр хаҡында һөйләне, шунан автомобиль йөрөтөү оҫталығын күрһәтте, тип белдерә Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар менән етәкселек итеү бүлеге.
Бәйгене “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо. Һәр кем конкурстан ҡәнәғәт ҡалды. Ҡатнашыусыларға сараны ойоштороусылар һәм спонсорҙар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Фото – Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттар һәм программалар менән етәкселек итеү бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в