Һүҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында бара.
Дәүләт кимәлендәге был мөһим сара 2020 йылдың октяберендә үтергә тейеш ине. Пандемияға бәйле ул 2021 йылдың апреленә күсерелде. Шунан сентябргә ҡалды.
Һәм, ниһайәт, Рәсәй Хөкүмәте халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын аныҡланы - сараны быйыл 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем уҙғарыу тураһында үҙ ҡарарын сығарҙы.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың медиаофисында белдереүҙәренсә, яңы мөҙҙәт Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тәҡдим иткән иҫәп алыу раунды сиктәрендә ҡалырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, был ваҡытта рәсәйҙәрҙең күпселеге ялдан ҡайта.
Йән иҫәбен алыу барышында Рәсәй халҡы үҙ аллы Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә үҙе тураһында мәғлүмәт бирә ала. Интернет-иҫәп алыу – Рәсәй өсөн яңы ысул булып тора.