-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 15:59

Ковид менән сирләгәндәр тәрәнәйтелгән диспансеризация үтә

Коронавирус инфекцияһын кисергәндәр диспансеризацияны тәрәнерәк итеп үтәсәк. Рәсәй Хөкүмәтенең был туралағы ҡарарына 2021 йылдың 18 июнендә ҡул ҡуйылған.

Коронавирус инфекцияһын кисергәндәр диспансеризацияны тәрәнерәк итеп үтәсәк. Рәсәй Хөкүмәтенең был туралағы ҡарарына 2021 йылдың 18 июнендә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Тәрәнәйтелгән диспансеризацияның беренсе этабына ҡандың дөйөм һәм биохимик анализдары, ҡандың кислород менән туйыныуын асыҡлау, алты минутлыҡ атлау менән тест, спирометрия, күкрәк ситлеге рентгены, терапевт ҡабул итеүе инә. Ковид үткәреүселәргә ҡанда төйөрҙәр барлыҡҡа килеүен билдәләүсе анализ да өҫтәлә.
Кәрәк булғанда, икенсе этапта эхокардиография, үпкәләргә КТ, аяҡ ҡан тамырҙарын ультратауыш ярҙамында тикшереүҙе лә индерәсәктәр.
Тәрәнәйтелгән диспансеризация яҡынса 1 июлдән башланасаҡ.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в