+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 11:40

Флүрә Мифтахова арабыҙҙан китте

Күп йылдар Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт тармағында эшләгән Флүрә Мифтахова арабыҙҙан китте.

Күп йылдар Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт тармағында эшләгән Флүрә Мифтахова арабыҙҙан китте.
Уға ни бары 60 йәш була. Хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, һуңғы көндәрҙә ул Зубов ауылындағы госпиталдә ята һәм коронавирустан һуң өҙлөгөп вафат булған.
Флүрә Әхмәҙи ҡыҙы, ауыл мәҙәниәт йорто директоры һәм Учалы районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһынан алып, Башҡорт дәүләт филармонияһы директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫарына тиклем үрләй. Шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында һәм Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар, фестивалдәр, байрамдар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы була. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем бер нисә йыл Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә хеҙмәт итә. Мәҙәниәт өлкәһенә 40 йыл ғүмерен бағышлай.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы мәрхүмәнең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: