-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 11:20

Дауыл йорттарҙы, ағастарҙы аямаған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә республиканың бер нисә районы аша көслө дауыл үткән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә республиканың бер нисә районы аша көслө дауыл үткән.
Ғәрәсәт биналарға, электр линияларына зыян килтергән, ағастарҙы ауҙарған. Дауыл Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Иглин, Благовар, Баҡалы, Ишембай, Бүздәк райондары буйлап үткән.
Ауырғазы районында көслө ел мәктәп һәм ике шәхси йорт ҡыйығы алып ташлаған. Ихатала торған Фольксваген Поло машинаһы зыян күргән, ФАП ҡыйығына ағас ауған.
Бүздәк районында тимер юлы вокзалы ҡыйығы һәм фронтоны емерелгән, уларҙан осҡан конструкциялар ике машина өҫтөнә төшкән.
Стәрлетамаҡ районында шәхси йорт, өс автомобиль зыянланған. Нуриман районында ла йорт ҡыйыҡтары емерелгән, электр сымдары өҙөлгән.
Читайте нас в