Аҙаҡҡы тәүлектә республикала коронавирус 120 ауырыуҙа асыҡланған. Инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 40 426.
Бөгөнгө көндә ковид-госпиталдәрҙә 218 сырхау коронавирусҡа ҡаршы дауалана. 33-өнөң хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар, икәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
Участка терапевы күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауаланыусылар – 1 432.
Тәүлек эсендә 119 кеше, сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар йәмғеһе – 38 205.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәфҡәтһеҙ сир ҡорбандары көн дә арта бара. Йәнә өс үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып республикала ковидтан вафат булыусылар – 571.
Пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: аҙаҡҡы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 109 ауырыуҙа табылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 110.