+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2021, 14:07

Вакцина яһатыусыларҙың ҡайһыһы фатир отор?

Бөгөн “Бөтә Өфө” телеканалы тура эфирында “Сәләмәт Өфө" акцияһында ҡатнашыусылар араһында фатир һәм 10 смартфон, шулай уҡ башҡа ҡиммәтле приздар уйнатыла.

Бөгөн “Бөтә Өфө” телеканалы тура эфирында “Сәләмәт Өфө" акцияһында ҡатнашыусылар араһында фатир һәм 10 смартфон, шулай уҡ башҡа ҡиммәтле приздар уйнатыла.
Акция Өфөлә 2021 йылдың 14 майынан 20 июненә тиклем барҙы. Унда ҡатнашыу өсөн вакцинациялау пункттарының береһендә прививка яһатып, уникаль кодлы флаер алырға һәм уны “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәргә кәрәк ине.
Акцияны Өфөнөң социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеше фонды “Ҡаланы үҫтереүҙең йәмәғәт фонды” ойошторҙо.
“Сәләмәт Өфө” телемарафоны 17.00 сәғәттә башлана. Приздар 20.00 сәғәттән уйнатыла.
Тура эфир барышында эксперттар вакцинацияға ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирәсәк.
Прививка яһатып, отошта ҡатнашҡан кешеләрҙең бөтә мәғлүмәттәрен комиссия тикшерәсәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: