+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2021, 14:59

Ҙур партия вакцина көтөлә

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанға «Гам-Ковид-Вак» «Спутник V» вакцинаһының тағы ла бер ҙур партияһы киләсәк.

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанға «Гам-Ковид-Вак» «Спутник V» вакцинаһының тағы ла бер ҙур партияһы киләсәк.
Милли иммунобиология компанияһы хәбәр итеүенсә, бөгөн, 23 июндә, республикаға 54 600 доза «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһы оҙатылған.
Бөгөн Башҡортостандың медицина ойошмалары 18 900 доза вакцина алған.
Әлеге мәлдә коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 462 067 кеше яһатҡан.
Республикала, күсмә пункттарҙы ла индереп, 179 вакцинациялау пункты эшләй.
Өфө сауҙа үҙәктәрендәге вакцинациялау пункттары эш көндәрендә 13.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ, ял көндәрендә (байрам көндәрендә) – 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә ҡәҙәр.
Уларҙың адресы:
«Мега» сауҙа үҙәге – Рубежная урамы, 174;
«Планета» сауҙа үҙәге – Энтузиастар урамы, 20;
«Башҡортостан Лайфстайл» сауҙа үҙәге – Менделеев урамы, 205а;
«Простор» сауҙа үҙәге – Жуков урамы, 29;
«Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексы – Өҫкө сауҙа майҙаны, 1 (19.30 сәғәткә тиклем);
«Үҙәк» сауҙа комплексы – Цюрупа урамы, 97.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: