+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2021, 13:06

Ниндәй ауырыу менән сирләүселәргә прививканы сауҙа үҙәгендә яһатмаҫҡа?

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “Электрогазета” ойошторған брифингта вакцинацияға бәйле һорауҙарға яуап бирҙе.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “Электрогазета” ойошторған брифингта вакцинацияға бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Ул республика халҡына, шул иҫәптән коронавирусты сирен үткәргәндәргә һәм антиесемдәре булғандарға ла прививка яһатырға кәңәш итте.
– Вирус ҡайһы бер осраҡта тын юлдарын зарарламайынса, башҡа ағзаларға “һөжүм итеүе” мөмкин. Эсәк эшмәкәрлеге боҙолоуы яңы һинд штамының бер билдәһе булыуы ихтимал. Уның үҙенсәлеге – ризыҡ аша эләгеү, – тип иҫкәртте Ирина Кононова. Еләк-емеш ашағандан һуң кешенең эсе китә икән, уның коронавирус йоҡторған булыуы бар, тип билдәләп, иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.
Министр урынбаҫары шулай уҡ ҡайһы бер етди сирҙәр менән ауырыусыларға вакцинация буйынса кәңәштәр бирҙе:
– Астманан интегеүселәргә прививка яһатырға кәрәк. Әгәр астма инфекция-аллергия арҡаһында барлыҡҡа килгән икән, вакцина эшләтеү мөһим, сөнки үпкә һәм өҫкө тын юлдары күҙәнәктәре вирусҡа бирешеүсән, бигерәк тә ингаляция гормондары ҡабул итәһегеҙ икән. Быны табип менән бергә хәл итергә кәрәк.
Шулай уҡ псориаздан яфаланып, иммуномодуляторҙар йәки ген-инженерияһы терапияһы алыусыларға, йә булмаһа сир быуындарҙы зарарлап, ҡатмарлы уҙған осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү зарур. Был осраҡта вакцинаны сауҙа үҙәгендә эшләтергә түгел, поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ирина Кононова яман шеш менән ауырыусыларға дауаланғандан һуң ремиссия осоронда прививка яһатырға мөмкин икәнлеген билдәләне. Медицина кисектереүе хроник сир көсәйгән саҡта бирелә.
Министр урынбаҫары республика халҡын битлек режимын күҙәтергә, социаль арауыҡты күҙәтергә саҡырҙы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: