Ул быйыл Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се һанлы Республика гимназияһын тамамлай.
Шулай итеп, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән Гөлназ Ишемғужина рус теленән һәм химиянан берҙәм дәүләт имтихандарында 100-шәр балл йыйған. Ул беренсе синыфтан тик “биш”ле билдәһенә уҡый. Туғыҙынсыла башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика бәйгеһендә еңеүсе була, ә 11 класта химиянан – Өфө нефть-техник университеты һәм биологиянан Башҡорт дәүләт медицина университеты үткәргән олимпиадаларҙа беренсе урын ала.
Гөлназ “Йәншишмә” гәзите һәм “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙа. Тәүҙә журналистика һөнәрен һайларға уйлай. Хәҙер иһә медицина юлынан китергә ҡарар иткән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында, Мәскәүгә И.М. Сеченов исемендәге медуниверсиетҡа барырға уйлайым, ти ул.
Әле Башҡортостанда 100 баллы 49 имтихан эше теркәлгән. Рус теленән – 22, химиянан – 14, географиянан – 7, математиканан – 4, литературанан – 2.