+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2021, 09:05

Берҙәм дәүләт имтиханы ҡорбанымы?

Өфөлә, берҙәм дәүләт имтиханын биреп сыҡҡас, 18 йәшлек егет юғала.

Өфөлә, берҙәм дәүләт имтиханын биреп сыҡҡас, 18 йәшлек егет юғала.
Уны эҙләүҙә ҡатнашҡан “Башҡортостан. Лиза Алерт” ирекмәндәр төркөмө үҙҙәренең порталында: “Табылды. Мәрхүм булған. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, - тип яҙып сыҡты.
Төрлө сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, сығарылыш уҡыусыһының кәүҙәһе ташландый йортта табылған. Эргәһендә хушлашыу хаты булған.
Туғыҙынсы синыфты юғары билдәләргә тамамлаған егет, берҙәм дәүләт имтихандарында алған “уртаса” һөҙөмтәне күтәрә алмағандыр, тип фараз итә мәрхүмдең яҡындары.
Читайте нас: