+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 15:40

Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй буйынса 7-се урында

Балаҡатай, Маҡар, Өфө урман хужалыҡтарына МЛУ-1А ағас ултыртыу машиналары алынған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балаҡатай, Маҡар, Өфө урман хужалыҡтарына МЛУ-1А ағас ултыртыу машиналары алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Урман хужалығы министрлығына ҡараған урман хужалығы учреждениеларын техника менән тәьмин итеү “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Федераль проект сиктәрендә 2021 йылда 25 берәмек урман хужалығы техникаһы, 45 ҡоролма алынған. Улар өсөн 54,5 миллион һум аҡса тотонолған, тип белдерә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бөгөнгө көнгә урмандарҙы тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса 2021 йылға билдәләнгән пландың 90 проценты үтәлгән. 6200 гектар ергә ағас ултыртылған.
Урмандарҙы тергеҙеү майҙаны буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй буйынса 7-се урында килә.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: