+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 20:22

“Вакцина яһатыусыларҙың 97 проценты сирләмәйәсәк”

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “Электрогазета” ойошторған брифингта коронавирус үткәргәндәрҙе вакцинациялау мәсьәләһенә ҡағылды. Шулай уҡ ул ковидҡа ҡаршы вакцинациялау Прививкаларҙың милли календарына индерелеүен белдерҙе.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “Электрогазета” ойошторған брифингта коронавирус үткәргәндәрҙе вакцинациялау мәсьәләһенә ҡағылды. Шулай уҡ ул ковидҡа ҡаршы вакцинациялау Прививкаларҙың милли календарына индерелеүен белдерҙе.
“Прививканың һөҙөмтәлелеге тураһында һөйләгәндә, беҙ антиесемдәр кимәлен түгел, ә сиргә ҡаршы тороусанлыҡты күҙҙә тотабыҙ, – тине Ирина Кононова. – Антиесемдәр кимәле вакцинациялау өсөн бер әһәмиәткә лә эйә түгел. Әгәр антиесемдәргә анализ бирәһегеҙ икән, һеҙгә М-антиесемдәре юҡ икәнен асыҡларға, йәғни әлеге мәлдә сирҙең киҫкен мәлендә булмауығыҙҙы белергә кәрәк. Иң мөһиме – вакцинаны инфекция киҫкенләшкән ваҡытта эшләтмәҫкә”.
Ирина Кононова әйтеүенсә, прививканан антиесемдәр барлыҡҡа килеүе вакцинаның үҙенсәлектәре менән бәйле. “Инструкцияла антиесемдәрҙе тикшереү хаҡында бер нәмә лә әйтелмәй. Беренсенән, улар тейешле тест-система ҡулланмау арҡаһында ла билдәләнмәҫкә мөмкин (һәр вакцинаның үҙ тест-системаһы бар). Икенсенән, вакцинаға гумораль яуап булмауы, ләкин күҙәнәктәр кимәлендәге яуап булыуы ихтимал.
Әгәр вакцина эшләткәнһегеҙ икән, антиесемдәр булыуы йәки булмауы һеҙҙең социаль контакттарығыҙҙы сикләмәй. Беҙ вакцинаның һөҙөмтәлелеге хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Күҙәтеүҙәр буйынса, вакцина яһатҡан кешеләрҙең 97 проценты (мин “Спутник V” тураһында һөйләйем) сирләмәйәсәк. Етештереүсе биргән гарантия шундай”, – тине министр урынбаҫары.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: