+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 15:17

Уңыштар һеҙгә, йәштәр!

Башҡортостан йыйылма командаһы IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионатына әҙерләнә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан йыйылма командаһы IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионатына әҙерләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан йыйылма командаһы ҡатнашыусыһы Руфина Иҡсанова уҡытыусылары менән конкурс талаптарын өйрәнә, практик эштәр башҡара.
Студентҡа интерактив ҡоролмалар, робототехника элементтарын ҡуллана белеү, мәсьәләләрҙе сисеүҙә үҙ позицияһын күрһәтеү һ.б. оҫталығын күрһәтергә кәрәк була.
“Чемпионат ҡатнашыусыларҙа иғтибарлы, етеҙ булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй, тиҙ ҡарар ҡабул итә белеүҙе үҫтерә, үҙ һәләтеңде белергә, хаталарыңды аңларға, һөнәреңдә алда барырға ярҙам итә”, – ти Руфина.
Йәш һөнәрмәндәргә уңыштар теләйек!
Фото – БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: