+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 13:08

Сәләмәтлек автопоезы – Яңауылда

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә. Маҡсаты – беренсел медик-санитар ярҙамды камиллаштырыу, инфекцияһыҙ хроник сырхауҙары, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре хәүефе, онкологик ауырыуҙары булған пациенттарға диспансер күҙәтеүе ойоштороу.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә. Маҡсаты – беренсел медик-санитар ярҙамды камиллаштырыу, инфекцияһыҙ хроник сырхауҙары, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре хәүефе, онкологик ауырыуҙары булған пациенттарға диспансер күҙәтеүе ойоштороу.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле сәләмәтлек автопоезы Яңауыл районына йүнәлгән. Бында табиптарҙың мобиль бригадаһы эшләй. Флюорография, маммография үтеү өсөн күсмә комплекс бар. Шулай уҡ күсмә ФАП-та яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтергә мөмкин, тип белдерә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Акцияның тәүге көнөндә Ямаҙы ауыл советында йәшәгән 140 кеше мөрәжәғәт иткән. Киләһе туҡталыш Яңы Артауыл, Эткенә, Киҫәкҡайын ауылдарында көтөлә. Акция 2 июлгә тиклем дауам итә.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: