+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 07:45

Ҡоролтай ауазы – Үзбәкстанда

Үзбәкстанда башҡорт Һабантуйы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡатнашты, тип хәбәр итәләр Ҡоролтай сайтында.

Үзбәкстанда башҡорт Һабантуйы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡатнашты, тип хәбәр итәләр Ҡоролтай сайтында.
Байрам сараһы Ташкенттың үҙәк паркында урындағы Ә. Вәлиди исемендәге Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге тарафынан ойошторола. Үҙәктең етәксеһе булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ринат Гуляев тора.
Ринат Рамаҙанов үҙ иленән алыҫта йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә Башҡортостан халҡы исеменән сәләм еткерә, “Арғымаҡ” төркөмө репертуарынан йырҙар башҡара.
Аралашыу парк уртаһында ҡоролған башҡорт тирмәһендә ойошторола. Башҡортостан вәкиле Ҡоролтай бүләк итеп ебәргән китап, ҡурай һәм ҡумыҙҙарҙы урындағы башҡорт ойошмаһына тапшыра. Ошонда уҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Үзбәкстандағы ҡәрҙәштәребеҙ милли мәҙәниәтебеҙҙең матур сағылышы булған һабантуйҙан рух күтәренкелеге менән таралышты, тип яҙалар сайтта.
Читайте нас: