Биш малай Өфө тапҡырында Ҡариҙел йылғаһын йөҙөп сығырға була. Йылғаны йөҙөп сығырға һәм тере ҡалырға, тип атай улар был хәүефле уйындарын. Дүртәүһе икенсе ярға сыға, ә 14 йәшлек иптәштәре бата башлай. Ҡотҡарырға маташыуҙан бер ни ҙә сыҡмай. Ярҙам да саҡыра алмайҙар, сөнки кейемдәре менән мобиль телефондары икенсе ярҙа ҡалған була.