-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 07:25

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

80 йыл элек нәҡ ошо көндөң таңында кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш башлана. Хәҙер 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә.

80 йыл элек нәҡ ошо көндөң таңында кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш башлана. Хәҙер 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә.
Үткән төндә Өфөнөң Совет майҙанында Бөйөк Ватан һуғышының һәр көнөн сағылдырған 1418 шәм ҡабыҙылды. Сарала Еңеү Ирекмәндәре, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролайы вәкилдәре, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, эҙәрмәндәр һәм депутаттар ҡатнашты. Улар һуғыш ҡорбандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Митингыла сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “22 июнь – беҙҙең тарихтағы иң ҡурҡыныс даталарҙың береһе. 80 йыл элек иң дәһшәтле һуғыш башланды. Ләкин совет халҡы унда еңеп сыҡты. Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше китте, уларҙың яртыһы кире әйләнеп ҡайта алманы. Бөгөн беҙ Еңеүҙе яҡынлатҡан тыл хеҙмәткәрҙәрен дә иҫкә алырға тейешбеҙ”, - тине.
Ул шулай уҡ нәҡ Совет майҙанынан яҡташтарыбыҙҙы Ватанды һаҡларға оҙатыуҙары тураһында иҫкә алды.
Билдәле булыуынса, майҙанда бөгөн реконструкция бара. Унда генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла һәм Ватан һаҡсылары мемориалы ҡорола.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: