“Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгендә мотлаҡ вакцинация иғлан ителде. Әлеге мәлдә беҙҙең республикала бер күрһәткес буйынса ла бындай ихтыяж юҡ. Минең шәхси позициям шундай: мотлаҡ вакцинация иғлан итергә теләмәҫ инем. Сөнки ул һәр кемдең үҙ эше, – тине республика етәксеһе. – Ләкин хәл-шарттар мәжбүр итһә, был аҙымға барыуыбыҙ ҙа мөмкин. Әлегә иһә бындай ихтыяж юҡ, яҡын киләсәктә булмаҫ та, тип ышанам. Әммә ҙур тырышлыҡ һалмаһаҡ, сир йоғоу сылбырын өҙә алмаясаҡбыҙ, коллектив иммунитет барлыҡҡа килмәйәсәк. Шуға күрә вакцинацияны тиҙләтергә кәрәк”.