Ямғырһыҙ эҫе көндәр урман янғынына килтерә.
Үткән бер тәүлектә республикала өс урман янғыны теркәлгән. Башҡортостан республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет һәм Учалы райондары сигендә 0,45 гектарҙа таралған янғын тулыһынса һүндерелгән.
Күгәрсен (17,8 гектарҙа) һәм Йылайыр (1 гектарҙа) райондарында ут менән көрәш дауам итә. “Ауылдарға, балалар лагерҙарына ҡурҡыныс янамай”, - тип белдерәләр ведомствола.
Тағы ике районда: Баймаҡта һәм Хәйбуллала ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефһеҙле билдәләнгән.