Тыуған көнөнә бер аҙна ҡалғанда малай юл аварияһында һәләк була.
М7 “Волга” автотрассаһында 55 йәшлек ир йөрөткән Форд Escape еңел машинаһы юл ситендә торған автоприцепҡа төкөй. Фура Татарстандан Новосибирскиға ярым фабрикаттар алып китеп барған була.
Асыҡланыуынса, хоккей менән шөғөлләнгән ике малай тренерҙары менән Өфөгә ҡайтып килгән. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында машина фураға төкөй. Алда ултырған малай еңелсә йәрәхәттәр ала. Ә артҡы ултырғыста килгән уның иптәше авария урынында йән бирә.
Әле юл ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.