-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2021, 14:33

Тиҙҙән өй туйларҙар

Балтас районы Иҫке Балтас ауылында йәшәгән 23 кеше тиҙҙән яңы фатирға күсеп ҡыуанасаҡ.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Балтас районы Иҫке Балтас ауылында йәшәгән 23 кеше тиҙҙән яңы фатирға күсеп ҡыуанасаҡ.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Комсомол урамындағы авария хәлендәге йортта йәшәгәндәр тиҙҙән Салауат Юлаев урамындағы бар уңайлығы булған яңы йортҡа күсә.
Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
“Милли проект районда туҙған йорттарҙан күсереү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә. 2019 йылда 38 граждан яңы фатир алды, тиҙҙән бына тағы 23 кешегә яңы фатир асҡысы тапшырабыҙ. Әле бында йорттоң тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре бара”, – ти Балтас районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Әхмәҙуллин.
Фото – Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в