2021 йылғы коронавирус өйрәнелгән схемалар буйынса дауалауға ауыр бирелә башлаған, сирлеләр инфекцияны байтаҡҡа ҡыйыныраҡ кисерә. Был турала “Башинформ” агентлығына 2020 йылдың апреленән бирле ковид-госпиталь булараҡ эшләүсе 18-се дауахананың баш табибы Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. Ул пандемия башланған осор менән сағыштырғанда вирустың үҙгәреүен, сирҙең ҡатмарлыраҡ үтеүен, уның яңы билдәләре барлыҡҡа килеүен билдәләй.
“Беҙ әлегәсә ҡулланған дауалау алымдарының һөҙөмтәлелеге кәмене, дауалау ваҡыты оҙонайҙы. Был пациенттың хәлен ҡатмарлаштыра”, – тине Айрат Рәхмәтуллин.
Айрат Рәхмәтуллин үҙе лә 2020 йыл аҙағында ковид менән бик ҡаты сирләгән икән. “Яңынан ауырырға теләмәйем, прививка яһатам”, – ти ул. “Бөгөн инфекцияға ҡаршы иң һөҙөмтәле алым – вакцинация”, – тип билдәләй табип.
Фото "Башинформ"дан алынды.