Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 21 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 40 191 тәшкил итә. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 108-гә артҡан.
Аҙаҡҡы тәүлектә вирус дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны – 566.
Әлеге мәлдә стационарҙараҙа 200 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. 25-енең хәле ауыр, икәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор дауаланыусылар – 1 456. Пандемия башланғандан алып 37 969 кеше вирусты еңеүгә өлгәшкән, үткән тәүлектә дауахананан сығыусылар – 18.
Дауахананан тыш пневмония һуңғы кисә һәм бөгөн 102 сырхауҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 88.