25 июнгә тиклем республикала дәүләт хеҙмәткәрҙәренең кәмендә 30 проценты, 2 июлгә 60 проценты вакцинация үтергә тейеш. Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.
“Был – минең шәхсән талабым, – тине Радий Хәбиров. – Республика Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең, Хөкүмәт ағзаларының, министрҙарҙың, әле иртәнән кискә тиклем халыҡты вакцина эшләтергә өндәүсе кешеләрҙең үҙҙәренең нисек прививка яһатмауын күҙ алдына килтерә алмайым һәм аңламайым. Тимәк, кадрҙар эше һеҙҙә тейешенсә ҡуйылмаған, тимәк, һеҙ дәүләт хеҙмәте асылын аңламаған кешеләрҙе эшкә алаһығыҙ”.