+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2021, 22:24

Вакцинациялау пункттарының эш ваҡыты оҙайтыла

Кешеләрҙең прививка эшләтергә күпләп ағылыуы сәбәпле, республикала ниндәй өҫтәмә саралар күрелә? Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына шул турала һөйләне.

Кешеләрҙең прививка эшләтергә күпләп ағылыуы сәбәпле, республикала ниндәй өҫтәмә саралар күрелә? Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына шул турала һөйләне.
“Беҙ мобиль вакцинациялау пункттарының эшен өҫтәмә рәүештә көсәйттек. Әгәр элек улар ял көндәрендә 16.00 сәғәткә тиклем эшләһә, хәҙер республиканың бөтә амбулатор поликлиникаларында ла вакцинациялау пункттары иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләйәсәк.
Вакцина эш көнө дауамында тиҙ арала барлыҡ пункттарға таратыла. Бөтә препараттар ҙа берҙәй һөҙөмтәле һәм файҙалы, прививка яһау пунктында ҡайһыһы бар, шуны эшләтергә кәңәш итәбеҙ”, – тине Евгений Кустов.
Шәмбе көн сираттар барлыҡҡа килеү сәбәпле, эште тиҙләтеү, сиратты кәметеү өсөн, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр ебәргән.
“Ял көндәрендә, ысынлап та, прививка яһатырға теләүселәр арта, шуға күрә сауҙа үҙәктәрендәге күсмә вакцинациялау пункттарында сираттар хасил булды. Сират торорға теләмәүселәргә ял көндәрендә шундай юл тәҡдим итәбеҙ: “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә прививка яһатырға теләүселәр вакцинаны Софья Перовская, 38 адресы буйынса 46-сы поликлиникала иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләтергә мөмкин. Алдан яҙылырға түгел. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ОМС полисы булһын”, – тип аныҡланы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Таһир Ғиззәтуллин.
Прививка яһатыу өсөн түбәндәге юлдар менән яҙылырға мөмкин:
– “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша (https://www.gosuslugi.ru/);
– “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында йәки “Башҡортостан докторы” республика порталында (https://doctor.bashkortostan.ru/);
– БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы колл-үҙәгенең берҙәм телефоны буйынса: 122 (өҫтәмә 1);
– поликлиника регистратураһы аша: шәхсән мөрәжәғәт итеп йәки телефондан шылтыратып.
Бынан тыш, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә яңы вакцинациялау пункттары асыласаҡ:
“Простор” сауҙа үҙәгендә һәм “Ҡунаҡһарай” сауҙа-эш комплексында – 21 июндән. Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем – 13.00 сәғәттән 20 сәғәткәсә; шәмбе һәм йәкшәмбе (шулай уҡ байрам көндәрендә) – 10.00 сәғәттән 19.30 сәғәткә хәтлем;
“Үҙәк” сауҙа комплексында – 22 июндән. Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем – 13.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә ҡәҙәр; шәмбе һәм йәкшәмбелә (шулай уҡ байрам көндәрендә) – 10.00 сәғәттән 19.30 сәғәткә тиклем.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: