-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 18:26

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 2 июленә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәргә, шулай уҡ республика территорияһындағы сит ил граждандарына һәм гражданлыҡтары булмаған кешеләргә халыҡ күп йыйылған урындарҙа, шул иҫәптән майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, аллеяларҙа булыуҙан тыйылып торорға кәрәк.
22 июндән башлап музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттары, төнгө клубтарҙа (дискотекаларҙа), шулай уҡ ябыҡ биналағы физкультура һәм спорт сараларында булыу өсөн түбәндәге документтарҙың береһе кәрәк (был бәлиғ булмағандарға ҡағылмай):
– дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталын ҡулланып алынған ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат;
–ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеү хаҡында медицина ойошмаһынан белешмә, шул иҫәптән вакцинаның беренсе компоненты менән;
– ковидҡа ҡаршы вакцина яһатырға ярамау тураһында медицина ойошмаһынан белешмә;
– ПЦР алымы менән ковидҡа ҡаршы лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтә күрһәтеүе тураһында белешмә (бирелгән көндән алып өс тәүлек ғәмәлдә була).
29 июндән был талап йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә (10 һәм унан күберәк ултырыу урындары булған осраҡта), матурлыҡ, косметология, СПА-салондар, массаж салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент дөйөм ятаҡтары эшмәкәрлегенә, шулай уҡ ҡала-ара пассажирҙар ташыусы автотранспорт һәм “Орлан” ҡала яны поезы эшенә ҡағыла.
Ойошмалар һәм эшҡыуарҙар йәмәғәт транспортында, таксиҙа, шулай уҡ халыҡ күп булған башҡа урындарҙа 25 июлгә тиклем дезинфекциялау режимын көсәйтергә тейеш.
Юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инеү өсөн кәрәкле документтар ҡабул итеү, инеү имтихандарын тапшырыу, апелляцияларҙы ҡарау дистанцион режимда уҙғарыла. 18 йәшкә тиклемгеләр, шулай уҡ вакцина яһатыу, вакцинацияның ярамауы йәки ПЦР алымы менән ковидҡа ҡаршы лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтә күрһәтеүе тураһында белешмәләре булғандар был эштәрҙе шәхсән үҙҙәренең туранан-тура ҡатнашлығында башҡара ала.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: