Был ҡарарҙы суд сығарҙы, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Учалы районында диорит тау тоҡомон сығарып, унан юл төҙөлөшө, башҡа маҡсатта файҙаланыу өсөн ҡырсынташ етештергән предприятие эшмәкәрлегенән Мансур ауылы халҡы ҙур зыян күрә. Сөнки таш онтағанда күтәрелгән саң ауылға оса һәм тирә яҡты бысрата. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт ошоға тиклем һөҙөмтәһеҙ ҡала килгәйне.
Быйыл яҙ Башҡортостанға эш сәфәре менән Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә надзор буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова булғайны. Ул Санғалыҡ карьеры эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. Предприятие тирә-яҡ тәбиғәткә ҙур зыян килтерә, өҫтәүенә, бының өсөн тейешле түләүҙе лә 10 йыл тотҡарлай икән.
Ошо етшһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итеп, суд карьерҙың эшен ун көнгә туҡтатҡан.