Ковидҡа бәйле хәл арҡаһында мәктәптәрҙә сығарыш кисәләре кисектерелмәҫме? Был һорауға бөгөн иртәнсәк Башҡортостан Юлдаш телеканалында тура эфирҙа уҙған брифингта яуап бирҙеләр.
Мәктәп тамамлаусылар өсөн байрамдар шәмбе, 26 июндә, үтергә тейеш.
Сығарылыш кисәләрен кисектереү хаҡында ҡарар әлегә юҡ, тип аныҡлап киттеләр тура эфирҙа. Ләкин был сараларҙы уҙғарғанда мотлаҡ рәүештә санитария-эпидемиология талаптары үтәлергә – битлек режимы һәм социаль арауыҡ күҙәтелергә тейеш.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикабыҙ мәктәптәрендә ун беренсе класты 18 651 уҡыусы тамамлай.
Фото "Башинформ"дан алынды.