+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 10:30

Коронавирус бер кемде лә аямай

Башҡорт кооператив институты ректоры, тарих фәндәре кандидаты Фәнил Фәрит улы Мәзитов арабыҙҙан китте.

Башҡорт кооператив институты ректоры, тарих фәндәре кандидаты Фәнил Фәрит улы Мәзитов арабыҙҙан китте.
Ул – мәкерле инфекцияның сираттағы ҡорбаны.
Фәнил Мәзитов 1964 йылдың 19 ғинуарында Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында тыуа. Кострома химик һаҡлау юғары хәрби команда училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Тыуған төйәгендә, Бекеш совхозында, тракторист булып хеҙмәт юлын башлай. 1982-1991 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була, Чернобыль АЭС-ы фажиғәһе эҙемтәләре менән көрәшеүҙә ҡатнаша. 1991-1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Гражданлыҡ оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең радиация, химик һаҡлау штабы начальнигы, 1997-2000 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының гражданлыҡ оборонаһы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2000 йылда Рәсәйҙең Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылда Башҡорт кооператив институтын етәкләй һәм һуңғы көнөнә тиклем ректор вазифаһын биләй.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: