+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 00:43

Иртәнге һигеҙҙә вакцинациялау буйынса брифингты ҡарағыҙ!

Башҡортостан пандемияның өсөнсө тулҡынын ҡаршы алырға йыйына. Хәл бик етди: илдең төрлө төбәктәрендә ҡәтғи сикләүҙәр индерелә. Башҡортостан Башлығы оператив штабтың кәңәшмәһен үткәрҙе һәм уның йомғаҡтары буйынса бер нисә етди ҡарар ҡабул ителде. Ни өсөн прививка яһатырға кәрәк? Сауҙа үҙәктәренә, ресторандарға һәм кинотеатрҙарға барыу ни рәүешле ойоштороласаҡ? Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре булырмы? Коронавирусҡа ҡаршы өс вакцинаның айырмаһы нимәлә? Вирустың яңы штамдары ни кимәлдә ҡурҡыныс? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Юлдаш телеканалында тура эфирҙағы брифингта студия ҡунаҡтары яуап бирәсәк.

Башҡортостан пандемияның өсөнсө тулҡынын ҡаршы алырға йыйына. Хәл бик етди: илдең төрлө төбәктәрендә ҡәтғи сикләүҙәр индерелә. Башҡортостан Башлығы оператив штабтың кәңәшмәһен үткәрҙе һәм уның йомғаҡтары буйынса бер нисә етди ҡарар ҡабул ителде.
Ни өсөн прививка яһатырға кәрәк? Сауҙа үҙәктәренә, ресторандарға һәм кинотеатрҙарға барыу ни рәүешле ойоштороласаҡ? Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре булырмы? Коронавирусҡа ҡаршы өс вакцинаның ҡайһыһы яҡшыраҡ һәм уларҙың айырмалары нимәлә? Вирустың яңы штамдары ни кимәлдә ҡурҡыныс һәм уларҙан нисек һаҡланырға? Вакцина етерме? Сирҙе үткәргән кешеләргә нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Юлдаш телеканалында тура эфирҙағы брифингта студия ҡунаҡтары яуап бирәсәк.
Брифинг 18 июндә иртәнге һигеҙҙә буласаҡ.
Уны шулай уҡ bash.news сайтындағы мультимедия плеерында, Башҡортостан Юлдаш телеканалының смартфондар өсөн мобиль ҡушымтаһында, телеканалдың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡарарға мөмкин.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: