+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 17:13

Балалар өсөн ковидҡа ҡаршы вакцина ҡасан буласаҡ?

Был һорауға Башҡортостан Юлдаш телеканалындағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яуап бирҙе.

Был һорауға Башҡортостан Юлдаш телеканалындағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яуап бирҙе.
“Әлеге мәлдә балалар өсөн COVID-19-ҙан вакцина юҡ. Булған препараттар 18 йәштән кеселәр өсөн хупланмаған. Ләкин һынауҙар бара һәм сентябрҙә балалар өсөн дә вакцина булыр, тип көтәбеҙ. Шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм әсә булырға ниәтләгән гүзәл заттар өсөн вакцинаны ла һынау бара. Тәүге йомғаҡтар билдәле лә инде, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарындағы бала өсөн зыянлы һөҙөмтәләр юҡ. Эксперттарҙың рәсми заключениеһын һәм вакцинаны файҙаланыу буйынса аңлатмаға үҙгәрештәр индереүҙе көтәбеҙ”, – тине министр.
Белгестәр 20 майҙан башлап илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда 14 йәшкә тиклемге балалар араһында коронавирус йоҡтороу осраҡтары артыуын билдәләй. Эксперттар бөтә донъяла ковид менән сирләү билдәләре, инфекция барышы үҙгәреүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: