+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 19:17

Ҡатын-ҡыҙҙар демография тураһында фекер алышты

Ырымбурҙа Волга буйы федераль округы ҡатын-ҡыҙҙарының “Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың социаль башланғысы” тип аталған форумы үтте.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ырымбурҙа Волга буйы федераль округы ҡатын-ҡыҙҙарының “Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың социаль башланғысы” тип аталған форумы үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Форумдың “Демография” милли проекты: киләсәк бөгөн башлана” дискуссия майҙанында демография, демографик хәлдә ҡатын-ҡыҙ роле, хеҙмәт баҙарының бөгөнгөһө һәм киләсәге, халыҡты сәләмәтлек хаҡында хәстәрлек күреүгә йәлеп итеүҙең яңы форматтары, әүҙем оҙон ғүмерлек системаһы, шулай уҡ халыҡты социаль яҡлауҙы үҫтереүҙең һөҙөмтәле технологиялары хаҡында һүҙ барҙы.
Пенза, Силәбе, Ульяновск өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһынан ҡунаҡтар йәш әсәләргә, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, оло быуын вәкилдәренә ярҙам күрһәтеү проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тип хәбәр итә Ырымбур өлкәһе төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – Ырымбур өлкәһе төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: