-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 14:47

Ҡасан битлек кеймәй йөрөп буласаҡ?

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле хәл буйынса тура эфирҙа үткән брифингта билдәләүенсә, коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәнсе мотлаҡ рәүештә битлек кейергә кәрәк буласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле хәл буйынса бөгөн тура эфирҙа үткән брифингта билдәләүенсә, коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәнсе мотлаҡ битлек кейергә тура киләсәк. Ә ул иһә халыҡтың 60 проценттан ашыуы прививка эшләткән саҡта барлыҡҡа килә. Европаның, Төньяҡ Американың ҡайһы бер илдәре һәм Израиль шундай иммунитетҡа эйә. Халыҡтың тейешле проценты прививка эшләткән илдәрҙә сикләү саралары бөтөрөлә.
– Әгәр беҙ сикләүҙәрһеҙ йәшәргә, пандемияға тиклем булған тормошҡа ҡайтырға теләһәк, юлыбыҙ бер генә – вакцинация, – тине Максим Забелин.
Министр әйтеүенсә, республикала бөгөнгө көнгә ҡарата 411 мең кеше вакцинаның беренсе өлөшөн алған. Икенсе өлөшөн дә яһатыусылар – 350 меңдән ашыу, был иһә халыҡ һанының 10 процент тирәһен тәшкил итә.
Эфирҙа ҡатнашыусылар республикала йәшәүселәргә прививка яһатырға кәңәш итте. Шул саҡта ғына кешеләр шәхси иммунитетҡа ла, сиргә ҡаршы күмәк ҡаршы тороу көсөнә лә эйә буласаҡ.
Вакцинаны поликлиникала йәки теләһә ҡайһы күсмә пунктта эшләтергә мөмкин.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в