+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2021, 09:59

Исеме – халыҡ йөрәгендә

Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң конференц-залында “Салауат Юлаевтың шәхесе һәм мираҫы” тигән түңәрәк өҫтәл үтте.

Республикала милли батырыбыҙ – халыҡ йөрәгендә мәңге һаҡланыр Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған бик күп матур саралар уҙҙы. Шуларҙың береһе – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң конференц-залында ҡатнаш онлайн-офлайн форматта үткән “Салауат Юлаевтың шәхесе һәм мираҫы” тигән түңәрәк өҫтәл.
Сарала республиканың ғына түгел, Рәсәй субъекттарынан тарихи-мәҙәни үҙәктәр вәкилдәре, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Башҡортостан Милли музейы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Салауат Юлаев – Башҡортостандың айырылғыһыҙ символы. Уның исеме менән Башҡортостан Республикаһының ордены һәм әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге дәүләт премияһы, ҡала һәм муниципаль район, хоккей клубы, предприятиелар, урамдар һәм проспекттар аталған. Шулай уҡ Татарстанда, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, башҡа төбәктәрҙә лә Салауат Юлаев исемен йөрөткән урындар бар.
Рәсәй төбәктәрендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең сығыштары милли геройыбыҙ менән бәйле топонимдарға һәм билдәле урындарға арналды.
Ханты-Манси автономиялы округындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең төп белгесе Динә Бүләкова Салауат Юлаевтың ҡыҫҡаса биографияһын һәйләне һәм Сорғот районында йәшәүсе Гөлназ Нәғимуллинаның презентацияһын тәҡдим итте. Ул – батырҙың вариҫтарының береһе.
Ҡурған башҡорттары исеменән Ильяс Бәҙретдинов сығыш яһаны. Ул үҙ төбәгендә батыр исеме менән бәйле урындар хаҡында бәйән итте, уның шиғырынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.
Ырымбур өлкәһенең тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Фәнил Ишбулатов “Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаевтың ихтилалын баҫтырыуҙа билдәле полководец Суворовтың ҡатнашыуы хаҡында” доклад яһаны.
Пермь крайы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рәфис Муҡаевтың телмәре лә бик йөкмәткеле булды. “Ғәйнә башҡорттары Крәҫтиән һуғышы ваҡытында Салауат Юлаев яғында көрәшкән. Улар туғыҙ полковник, ете атаман һәм 16 поход старшинаһы биргән”, – тине ул.
Свердловск өлкәһенән Светлана Килмурзина төбәктә Салауат Юлаев һәйкәле булыуын билдәләне. Урал ташынан эшләнгән ике метрлыҡ статуя Красноуфимск ҡалаһында Салауат Юлаев урамында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса, һәйкәл торған урында 1774 йылда милли батырыбыҙ үҙ тирмәһен ҡуйған.
“Беҙҙең район да Салауат Юлаевҡа бәйле урындар менән дан тота. Уның һуңғы алышы бында булған”, – тип уртаҡлашты Балтас районының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Айҙар Сираев.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Зиниә Билалова “Салауат Юлаев образы – ташта, фильмда һәм әҙәбиәттә” тигән презентация әҙерләгән. Республикабыҙҙың Милли музейы Салауат Юлаев хаҡындағы экспозициялар залы буйлап онлайн-экскурсия тәҡдим итте. Батырыбыҙ хаҡындағы яҡты хәтерҙе һаҡлау – киләсәк алдындағы мөҡәддәс бурысыбыҙ, тигән фекер түңәрәк өҫтәл артындағы сығыштарҙа ҡыҙыл еп булып үтте.
Фото БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: