-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2021, 08:55

Хаҡлы ялдағыларҙы республика буйлап сәйәхәт көтә

Башҡортостанда социаль туризм киң ҡолас ала бара.

Башҡортостанда социаль туризм киң ҡолас ала бара.
“Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына бәйле хаҡлы ялдағылар һәм инвалидтар өсөн Башҡортостан буйлап 186 социаль тур ойоштороласаҡ. 21 июндән сертификаттар бирә башлайбыҙ һәм туристик путевкалар хаҡының бер өлөшөн “Башҡортостан Республикаһында туризмдың социаль ролен көсәйтеү һәм үҫтереү” ярҙамсы программаһына ярашлы субсидиялаясаҡбыҙ,” - тип яҙа социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Сертификаттар халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында, район-ара “Ғаилә” үҙәктәрендә бирелә. Быйыл 905 кешене республика буйлап сәйәхәттә йөрөтөү ҡаралған. Был маҡсатҡа 7,8 млн һум аҡса бүленгән. Сиратҡа баҫыу өсөн йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте соцтуризмрб.рф сайтының “Турҙар исемлеге” бүлегендә табырға мөмкин.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: