+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2021, 16:44

Эпидемияға ҡаршы саралар көсәйтеләсәк

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһынының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһынының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.
Республиканың баш санитар табибы Анна Казак, Рәсәйҙә, Роспотребнадзор күҙаллауынса, коронавирус йоҡтороуҙың яңы тулҡыны башланды, тип хәбәр итте.
– Былтырғы кеүек үк, әле лә сир үҫеше Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа башлана, – тип аңлатып китте Анна Казак. – Отпускылар, мәктәп каникулдары башланыу һәм карантин саралары йомшартылыу сәбәпле, ковид инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы бермә-бер арта.
Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, республикалағы ковид-госпиталдәрҙең койка фонды ауырыуҙар менән тулған тиерлек, тип билдәләне.
– Яңы ауырыуҙар өсөн өҫтәмә рәүештә 250 койка әҙерләйбеҙ, шунан республика дауаханаларында тағы 250 урын булдырыу хаҡында хәстәрләйәсәкбеҙ, – тине Максим Забелин.– Табиптар йәнә бөтә көстәрен һалып эшләргә йыйына.
Башҡортостан Башлығы, әле төп маҡсат – коронавирустан вакцинациялауҙың кәрәклеген һәм мөһимлеген аңлатыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә һәм Санкт-Петербургта COVID-19 менән сирләүселәрҙең һәм унан үлеүселәрҙең артыуы эпидемия тамамланыуға әле йыраҡ булыуын дәлилләй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ элеккесә бөтә санитар-эпидемиология хәүефһеҙлеге сараларын күҙәтергә, йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа битлек кейеп йөрөргә, социаль арауыҡты тоторға тейешбеҙ. Ләкин былар бөтәһе лә – һаҡланыуҙың пассив саралары. Пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле алымы – вакцинациялау.
Республика етәксеһе тиҙ арала юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм уларҙы бөгөн штабтың киске ултырышында тикшерергә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Башҡортостанда күмәк вакцинация дауам итә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн республика халҡының кәмендә 60 процентын вакцинациялау мөһим. Башҡортостан әле 464 640 доза “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” препараттарын алған. 17 июнь мәғлүмәттәре буйынса, 411 522 кеше прививканың беренсе компонентын яһатҡан, икенсе компонентын ҡаҙатыусылар – 336 133.
Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: