“Ҡоролоҡ, ағас ҡорто, инде килеп – ҡара сиңерткә”, - тип яҙа Баймаҡ районынан блогер үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Ул Билал менән Өмөтбай ауылдары араһында ҡара сиңерткә яуының аяуһыҙ йәшеллекте ҡырыуын кеҫә телефонына төшөрөп алған.
Ҡоротҡос бөжәктәр Темәс тарафына хәрәкәт итә, ти блогер.