+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2021, 09:30

Бәйләнештәр нығыныр, тип көтөлә

Кисә, 16 июндә, Женевала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Джо Байден осрашты.

Кисә, 16 июндә, Женевала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Джо Байден осрашты.
Һөйләшеүҙәр, тәнәфестәрҙе лә иҫәпкә алып, 4,5 сәғәт барған. Уның һөҙөмтәләре буйынса Владимир Путин, Байден менән стратегик тотороҡлоҡ буйынса консультациялар башлау тураһында килештек, тип белдерҙе, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Шулай уҡ ике ил етәксеһе берҙәм мөрәжәғәт ҡабул итеүе тураһында ла әйтелә. Документта ядро һуғышында еңеүселәр булмаясаҡ һәм ул бер ҡасан да башланырға тейеш түгел, тип белдерелә. Ошо уҡ принцип 1985 йылда СССР һәм АҠШ лидерҙары Горбачев менән Рейган осрашыуы һөҙөмтәһе буйынса ла беркетелгәйне.
Һөйләшеүҙәр бик күп өлкәләрҙә дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә ыңғай үҙгәрештәргә өмөт уята, тип фаразлай аналитиктар. Иң мөһиме – ике дәүләт араһында бәйләнештәрҙең нығыныуы тора. Ҡайтарып алынған илселәрҙе үҙҙәренең эш урындарына ҡайтарыу тураһында килешеү – быға аныҡ ишара.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: