+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 16:25

“Йыл ғаиләһе” конкурсында кемдәр еңгән?

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде.
Быйыл конкурс “Минең ғаиләм – минең Рәсәйем” девизы аҫтында үтте. Уның маҡсаты – ғаиләнең абруйын, уның ҡиммәттәрен, яуаплы ата-әсәлектең абруйын күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы, ғаилә ағзаларының һәләттәрен үҫтереүсе, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ғаиләләрҙең тәжрибәһен таратыу.
”Алтын ғаилә” номинацияһында Мәләүез районынан Мәхмүтовтар еңеүгә өлгәште. “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Краснокама районынан Дербеневтар еңеүсе булды. “Йәш ғаилә” номинацияһында Салауат районынан Хәйрисламовтар беренселеккә сыҡты. “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Бишбүләк районынан Сираевтарға етеүсе булманы.“Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” тигән номинацияла Өфө районынан Мәхмүтовтар ал бирмәне.
Республика бәйгеһендә еңеүселәр “Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: