-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 09:02

Яман шеш менән ауырыусыларға ковидтан прививка эшләтергәме?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә арналған брифингта ошо һорауға яуап бирҙе.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә арналған брифингта ошо һорауға яуап бирҙе.
Министр “Гам-КОВИД-Вак” һәм Рәсәйҙең башҡа вакциналары аңлатмаларында “рак” диагнозы вакцина яһатыуға ҡаршылыҡ тип иҫәпләнмәүен билдәләй.
“Вакцина ҡаҙатыу-ҡаҙатмау хаҡындағы ҡарарҙы дауалаусы табип һәр осраҡта айырым ҡабул итә. Шешкә ҡаршы әүҙем терапия (химия терапияһы) осоронда вакцинация яһатыуҙы кисектерергә мөмкин. Ләкин онкология сирҙәре булыу йәки уларҙан дауаланыу вакцинация өсөн ҡаршылыҡ тип һаналмай. Химия терапияһы курстары араһында прививка яһатырға мөмкин”, — тип аңлатты министр.
Аллергиянан яфаланыусыларға килгәндә иһә, вакцинаның йәки уның аналогтарының компоненттарына кире реакцияға әүәҫлек булғанда, прививка яһатырға түгел.
Шул уҡ ваҡытта аллергия реакцияһы вакциналарға йәки инъекциялы дарыу препараттарына бәйле булмаһа (мәҫәлән, аҙыҡ-түлек, һауалағы саң, сәскә-үлән еҫе арҡаһында барлыҡҡа килһә), ковидтан прививка үткәреүгә ҡаршылыҡ юҡ,” — тине Максим Забелин.
Ләкин һәр осраҡта дауалаусы табип менән кәңәшләшергә һәм шунан һуң ғына прививка яһатыу-яһатмауҙы хәл итергә кәрәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: