+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 16:38

Тиҙ йөрөшлө тимер юл селтәре киңәйә

Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө ҡала-ара электр поездары селтәре булдырыла. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итте.

Яңы состав Өфөнән Приют ҡасабаһына һәм Белорет ҡалаһына йөрөйәсәк. 2022 – 2023 йылдарҙа был маршруттарға “Ҡарлуғас” тип аталған заманса поездар сығасаҡ.
– Шулай уҡ беҙ яңы маршруттар асырға уйлайбыҙ. Ул Башҡортостандың ҙур ҡалаларын үҙ эсенә аласаҡ, – тине Александр Булушев.
Башҡортостанда Өфө – Күмертау – Өфө маршруты буйынса тәүге “Орлан” тиҙ йөрөшлө ҡала-ара поезы йөрөй башлағайны инде. Ул ҙур һорау менән файҙалана.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: